ЛЕЙСАН, лимон сорты. 1992 й. Ф.В.Садиҡова тарафынан Уҡытыу- тәжрибә хужалығы теплицаһында сығарыла. Бейеклеге 2,5—3 м булған уртаса ҡуйылыҡтағы түңәрәк сатырлы ағас. Үрендеһе уртаса йыуанлыҡта, дуға формаһында, төкһөҙ. Япрағы уртаса ҙурлыҡта, йәшел, ялтыр, сите киртләсле. Емеше эре, ауырлығы 280—500 г, йомортҡа формаһында, яҫы нигеҙле, аҙыраҡ ҡытыршы, ҡыҙғылт һары төҫтә. Ҡабығы ҡалын, йомшаҡ, ялтыр, майлы. Итсәһе һарғылт аҡ, һутлы, әскелтем-сөсө. Өлгөрөү ваҡыты: йыйыу өсөн — сент. аҙағында, ҡулланыу өсөн — окт. аҙағынан март аҙағына тиклем. Шәкәр миҡдары — 2,68—4,7%, к‑та (башлыса лимон к‑таһы) — 3,28—4,2%, С витамины — 34,1—41,9 мг%. Уңдырышлылығы — 1 ағастан 27,5 кг (Уҡытыу-тәж. хужалығы, 2007). БР б‑са ҡулланылышҡа 2007 й. индерелгән, ябыҡ грунтта үҫтерелә.

Ф.В.Садиҡова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика