ҠАЛЫМ, ҡ а л ы н, төрки һәм монгол халыҡтарында кәләш өсөн хаҡ түләү, йола хоҡуғы нормаларына барып тоташа. Никахҡа инеү өсөн төп шарттарҙың береһе булған. Башҡорттарҙа Ҡ. күләме ҡоҙалау ваҡытында һөйләшелгән һәм ике яҡтың соц.-иҡт. хәленән сығып билдәләнгән. Ҡ. ярайһы уҡ ҙур өлөшөн мал (ниндәй мал һәм күпме икәне алдан килешелгән), кейем-һалым, ш. иҫ. кәләштең туй кейеме (бүрек2ы, елән, камзул, сәкмән, шәл һ.б.) йәки уны тектереү өсөн туҡыма, биҙәнеү әйберҙәре (беләҙектәр, ҡашмау, сулпылар, һырға һ.б.), аҡса (150 һумдан 1500 һумға тиклем) тәшкил иткән.

Ҡ. ш. уҡ туйлыҡ аҙыҡ-түлек (бал, май, ярма, он, төрлө ҡамыр аҙыҡтары), мәһәр [шәриғәттә — ир үҙ теләге м‑н айырылышҡанда йәки ул вафат булған осраҡта ҡатынға түләнгән компенсация (йыш ҡына мөлкәт бирелгән)], туғандарға бүләктәр ингән. Тун (ғәҙәттә, төлкө тун) “һөт хаҡы” өсөн кәләштең әсәһенә бирелергә тейешле мотлаҡ бүләк һаналған. Ҡ. бер өлөшө (иң элек кәләш өсөн кейем-һалым, биҙәнеү әйберҙәре) никахҡа тиклем, ҡалғаны яйлап (ҡайһы ваҡыт бер нисә йыл буйы) түләнгән. Ҡ. тулыһынса түләнеп бөткәнгә тиклем кәләш (ҡатын) ата йортонда торған, ике яҡтың үҙ-ара килешеүе б‑са ир ҡатынын Ҡ. яртыһын түләгәндән һуң өйөнә алып ҡайта алған. Башҡорттарҙың туй йолаларында ҡалым малы биреүгә бәйле ҡалын йолаһы ҙур урын биләй. Ярлы ғаиләләрҙә Ҡ. түләүҙең үҙенсәлекле формаһы йәшәп килгән: Ҡ. түләү мөмкинлеге булмаған кейәү кәләшенең ата-әсәһе хужалығында эшләргә тейеш булған.

Н.В.Бикбулатов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.