ҠАЛУЙ, Кәкүк, Учалы р‑нындағы ауыл, Амангилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 58 км һәм Уралтау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 32 км алыҫлыҡта Миндәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 195 кеше; 1920 — 267; 1939 — 164; 1959 — 138; 1989 — 99; 2002 — 130; 2010 — 134 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға 18 б. 80‑се йй. Верхнеурал өйәҙе Тиләү улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Юлдаш һәм Ҡужагилде Ҡалуевтар билдәле. 1795 й. 8 йортта 62 кеше йәшәгән, 1859 й. 29 йортта — 160 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.