“АҠМУЛЛА”, З.Ғ.Исмәғилевтың 2 шаршаулы операһы. 1986 й. яҙылған. Премьераһы 1996 й. 5 окт. БДОБТ сәхнәһендә уҙа (Р.А.Вәлиуллин редакторлығында И.И.Дилмөхәмәтов либреттоһы, муз. етәксеһе һәм дирижёры М.Ә.Әхмәтзарипов, реж. Вәлиуллин, ҡуйыусы рәссамы Р.М.Арыҫланов, хормейстеры Э.Х.Ғәйфуллина, балетм. А.Х.Зөбәйҙуллин). Төп партияларҙа: Й.Ә.Әбделмәнов (Аҡмулла), Ә.С.Хәмбәлиева (Аҡсәскә), С.Ф.Сөләймәнов (Камалетдин), Ф.З.Сәлихов (Хәҙрәт), С.Ә.Асҡаров (Буранғол), Х.Ә.Ишбулдин (Батуч). Операла Аҡмулланың тормош юлының төп ваҡиғалары сағылдырыла. Уның образы драматик, ш. уҡ ваҡытта лирик‑психологик планда һүрәтләнә. Либреттола Аҡмулланың шиғырҙары файҙаланылған. Операның музыкаһы баҙыҡ милли колорит м‑н һуғарылған: яңғыҙ һәм күмәк номерҙар башҡ. йыр‑романсына яҡын; күмәк кеше ҡатнашлығындағы күренештәрҙә халыҡ мелосы йоғонтоһо көслө. Геройҙың тыуған төйәгенән йыраҡта ил гиҙеүҙәрен сағылдырған эпизодтар ҡаҙаҡ халыҡ музыкаһы стилендә ижад ителгән.

Әҙәб.: Галина Г.С. Загир Исмагилов. Уфа, 1997.

Т.С.Угрюмова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке