ЛЕЖНЕВ Анатолий Петрович (28.3.1888, Тамбов губ. Сукманка а. — 11.3.1956, Өфө), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1940). Рәссамдар союзы ағзаһы (1937). 1911—13 йй. В.Н.Мешковтың художество мәктәбендә (Мәскәү) уҡый. 1914 й. алып Өфөлә йәшәй. 1919—25 йй. Өфөнөң тимер юл оҫтаханаһы эргәһендәге һынлы сәнғәт студияһы етәксеһе, 1926—37 йй. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһында, бер үк ваҡытта Урыҫ пед. уч‑щеһында, Юл техникумында уҡыта. БАССР Рәссамдар союзы рәйесе (1941—43). Пейзаж, портрет, тарихи жанрҙарҙа эшләй. Уның эштәренә тормошсанлыҡ, сағыу колорит һәм йәнлелек хас: “Имәндәр”, “Зәңгәр күләгәләр” (икеһе лә — 1918). Тарихи жанрҙа “Степан Разин Волгала” (1919), “1905 йылда тимер юл оҫтаханаһы эшселәренең ҡорал менән ҡаршы тороуы”, “Чика Зарубинды язалау” (икеһе лә — 1930), “Салауаттың Пугачёв отряды менән осрашыуы” (1940), “Башҡорттар Парижда”, “Салауаттың Михельсон авангарды менән алышы” (икеһе лә — 1941) эштәр серияһын ижад итә. “1773 йылда Пугачёв отрядтарының Өфөнө штурмлауы” картинаһының (1928) композицияһы киҫкен динамика ритмына ҡоролған. “Салауатты ҡулға алыу” картинаһы (1930) төп геройҙың уны эҙәрләгән батша һыбайлылары отряды м‑н алышын һүрәтләүҙә сағылған эске драматизм м‑н таң ҡалдыра. Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһы ағзаһы (1926). 1919 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Уҡыусылары араһында К.И.Герасимов, А.Т.Платонов. Шәхси күргәҙмәләре — Өфө (1939, 1956). Эштәре БДХМ, Милли музей коллекцияларында һаҡлана.

Әҙәб.: Выставка картин художника А.П.Лежнева: каталог. Уфа, 1939.

И.Н.Оськина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: 1. А.П.Лежнев

2. А.П.Лежнев. Салауаттың Пугачёв отряды менән осрашыуы. 1940. БДХМ.

Яндекс.Метрика