ҠАЛЫУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт, Оло Ҡалыу һырты армыты. Ишембай р‑ны Кәбәс а. киңлегенән алып Нөгөш й. уң яры буйлап Ишембай һәм Бөрйән р‑ндары аша Яланайры й. тамағы киңлегенә тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 26 км, киңлеге 4 км., абс. бейеклеге 771 м.  700 м тиклем бейеклектәге бер нисә түбәһе бар. Төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәрҙән тора. Төньяҡ өлөшөнөң рельефы тигеҙ; көньяҡ өлөшө йырғыланған, үҙәндәр, биләндәр, ваҡытлыса һыу ағымы йырҙалары м‑н  ҡатмарланған. Көнсығыш битләүҙәре текә, төньяғы— һөҙәк. Елмәрҙәк свитаһы ҡомташтарынан, алевролиттарынан һәм һәүерташтарынан тора. Ҡ. Нөгөш й. күп ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафтары һоро урман тупрағынындағы, кәҫле көлһыу тупраҡтағы ҡатнаш урмандарҙан тора. Һырттың көньяҡ өлөшө “Алтын Солоҡ” заказнигында урынлашҡан.

И.М.Япаров

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке