ЛЕВШИН Владимир Дмитриевич (1826, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1834 — 2.4.1887, Ярославль ҡ.), дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник (1873). Дворяндарҙан. 1851—56 йй. һәм 1866—70 йй. Дәүләт милке министрлығында, 1856—66 йй. ЭЭМ‑да эшләй. 1870 й. алып Һамар, 1872 й. — Воронеж вице-губернаторы. 1876 й. башлап Өфө, 1880 й. — Ярославль губернаторы. Император Рус археология йәмғиәтенең почётлы ағзаһы (1884). 3‑сө дәрәжә Изге Владимир (1875), 4‑се дәрәжә Изге Анна (1869), 1‑се (1878), 2‑се (1864) дәрәжә Изге Станислав орд., миҙалдар м‑н бүләкләнгән.

Р.И.Ҡантимерова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Яндекс.Метрика