ҠАЛТЫМАН, Иглин р‑нындағы ауыл, Ҡалтыман а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. К. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 289 кеше; 1920 — 429; 1939 — 416; 1959 — 231; 1989 — 523; 2002 — 516; 2010 — 530 кеше. Белорустар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. башында яңы суҡындырылғандар исемлегенә ингән хеҙмәтле кеше Иван Әхмәмәтов (ҡара: Әхмәмәтовтар) ауылы булараҡ нигеҙ һалына. 1865 й. Ҡ. (Әхмәмәт) исеме м‑н иҫәпкә алынған, 24 йортта 103 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сабата үреү, тоҡ тегеү, арба, сана, тәгәрмәс, туғын яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. Ҡ. (Курчеево) исеме м‑н теркәлгән; сиркәү, 2 бакалея кибете, мөгәзәй булған. А.В.Вакульский, И.М.Силантьев, А.Г.Тихомиров ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке