ЛЕВИРАТ (лат. levir — ҡәйнеш), тол ҡатындың мәрхүм иренең ҡустыһына ҡатынлыҡҡа барыуына нигеҙләнгән никах формаһы. 20 б. башына тиклем башҡорттарҙа йола хоҡуғы нормаһы һанала. Башҡорттарҙың туғанлыҡ системаһына ярашлы, тол ҡатынға мәрхүмдең бер туғанының улы, ике туған ҡустыһы йәки башҡа ҡәрҙәше лә өйләнә алған. Тол ҡатынға өйләнгән кешегә мәрхүмдең балалары, мөлкәте, соц. статусы, хоҡуҡтары һәм бурыстары күскән. Л. йолаһы ғаиләлә эшсе ҡулдарҙы һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ иткән. Л. төрки-монгол халыҡтарында киң таралған булған, тарихи яҡтан төркөмләп ғаилә ҡороу (левират полиандрия) традицияларына барып тоташа.

Ф.Ф.Фәтихова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика