ЛЕВИНТЕР Михаил Ефимович (26.10.1916, Тарнополь ҡ., Австро‑Венгрия —   31.7.1996, Һамар ҡ.), инженер‑технолог. Химия ф. д‑ры (1969), проф. (1970). РФ‑тың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1994), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1970), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1977). Грозный нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1942) 1948 й. тиклем Орск НЭЗ‑ында эшләй, 1953 й. алып ӨНИ‑лә (1954—62 йй. нефть һәм газ технологияһы каф. мөдире), 1968—96 йй. Һамар техник ун‑тында (1968—85 йй. нефть һәм газ эшкәртеүҙең химик технологияһы каф. мөдире, 1970—87 йй. тармаҡ лаб. етәксеһе). Фәнни хеҙмәттәре нефть эшкәртеүҙең термик һәм каталитик процестарын камиллаштырыу, катализаторҙар уйлап табыу проблемаларына арналған. Л. етәкс. нефть эшкәртеүҙең каталитик процестарын оптимизациялау б‑са тәҡдимдәр яһала, улар нигеҙендә Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында һәм “Уфанефтехим” ААЙ‑нда каталитик крекинг  ҡулайламалары үҙгәртеп ҡорола. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 45 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Глубокая переработка нефти. М., 1992 (авторҙ.); Оборудование и основы проектирования нефтеперерабатывающих заводов. М., 1993 (авторҙ.).

Ж.Ф.Ғәлимов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика