ЛЕВИН Эрнест Львович (8.7.1934, Свердловск ҡ.), инженер‑механик. Техник ф. канд. (1968), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995), СССР‑ҙың юғары мәктәп отличнигы (1980), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1958) ӨМЭЗ‑дә эшләй. 1959–2011 йй. БДАУ‑ҙа (1968—79 йй. һәм 1984—99 йй. металдар технологияһы һәм машиналар ремонтлау каф. мөдире), бер үк ваҡытта 2005–15 йй. ӨДАТУ‑ла. Фәнни тикшеренеүҙәре а.х. техникаһының ышаныслылығын һәм оҙайлы хеҙмәт итә алыу ваҡытын арттырыу проблемаларына арналған. Л. ҡатнашлығында а.х. техникаһы һәм сәнәғәт ҡорамалдары деталдәрен сафҡа баҫтырыу, уларҙың ныҡлығын арттырыуҙың ресурстарҙы һаҡлағыс һәм экологик ысулдары уйлап табыла, улар БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре пр‑тиеларында индерелгән. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Термомеханическое упрочнение деталей при восстановлении наплавкой. М., 1974 (авторҙ.).

Р.М.Бәширов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика