ЛЕВАШОВА Вера Ивановна (1.5. 1941, Стәрлетамаҡ ҡ.), химик‑технолог. Химия ф. д‑ры (2002), проф. (2008). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1966) 1969 й. тиклем ӨНИ‑нең Стәрлетамаҡ дөйөм техник ф‑тында эшләй, 1972 й. алып ӨДНТУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында эшләй. 2000 й. башлап БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында: төп ғилми хеҙм‑р, 2004— 07 йй. дөйөм химия каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыусы реагенттарҙы эшләүҙең практик һәм теоретик аспекттарына арналған. Асыштары “Каустик” пр‑тиеһында етештереүгә индерелгән, сығарылған реагенттар “Арланнефть”, “Ишимбайнефть”, “Когалымнефть”, “Саҡмағошнефть”, “Уфанефть”, “Южарланнефть” НГДУ‑ларында, Йемен Респ. нефть промыслаларында ҡулланыла. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 39 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Разработка реагентов для подавления роста сульфатвосстанавливающих бактерий при нефтедобыче //Нефтехимия. 2008. Т.48. №4 (авторҙ.); Бактерициды на основе триэтилентетрамина и гидрохлоридов изопрена //Нефтепереработка и нефтехимия. 2008. №10 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ю.Ғатауллина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика