ЛЕВАШЁВ, ауыл, 1958 й. алып Стәрлетамаҡ ҡ. эсендә.

Ауылға 1780 й. купчий ҡағыҙы б‑са секунд‑майор С.Я.Левашёв һатып алған Нуғай даруғаһы Тәлтем‑Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалына. 1865 й. 42 йортта 319 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Улус идараһы урынлашҡан, сиркәү (1830 й. төҙөлгән), училище, 2 шарап ҡыуыу заводы, поташ заводы булған. Шулай уҡ Левашёвка, Николаевка, Андреевка булараҡ теркәлгән. 1906 й. сиркәү, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, шарап ҡыуыу һәм һыра ҡайнатыу з‑дтары, шарап һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй булған. Халҡы: 1906 й. — 336 кеше; 1920 — 998; 1939 — 1753 кеше. 1958 й. Стәрлетамаҡ р‑нының Левашёвка а/с үҙәге булған. Н.А.Котельников ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика