ЛЕБЕДЬКОВ Иван Александрович (5.1.1938, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Мәләүез ҡсб, хәҙ. Мәләүез ҡ.), тренер. Спорт акробатикаһы б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1997), СССР‑ҙың спорт мастеры (1962) һәм бөтә Рәсәй категориялы судья (1971). БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1983), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1978). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1970). 1961 й. Башҡ‑н өлкә советы “Хеҙмәт” ДСО‑һының “Нефтехимик” спорт клубы, 1972—2011 йй. Балалар һәм үҫмерҙәр ижад йорто (Салауат ҡ.) тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында  70‑тән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика