ЛЕБЕДИНСКИЙ Лев Николаевич (5.11.1904, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Миәс з‑ды ҡсб, хәҙ. Миәс ҡ., — 21.11.1992, Мәскәү), музыка белгесе, фольклорсы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1930). 1923 й. алып Рәсәй пролетар музыканттар ассоциацияһы етәкселәренең береһе (1925 й. — рәйесе, 1930—32 йй. яуаплы секретары), бер үк ваҡытта 1930—32 йй. Коммунистик акад. Әҙәбиәт, сәнғәт һәм тел ин‑тының музыка секцияһы мөдире. 1935 й. алып СССР ФА Этнография ин‑тының ғилми хеҙм‑ре, 1939—40 йй. БАССР ХКС эргәһендәге Сәнғәт эштәре б‑са идаралыҡта муз. консультант. Б.В. һуғышы йылдарында Подольск үҙешмәкәр коллективтарының художество етәксеһе. 1955—65 йй. “Совет композиторы” (“Советский композитор”) нәшриәтенең фольклор редакцияһы мөдире, 1962 й. башлап РСФСР Композиторҙар союзында эшләй: 1969 й. тиклем берләшкән фольклор комиссияһы һәм Мәскәү бүлексәһе рәйесе, 1971—74 йй. Халыҡ музыка ижады комиссияһы етәкселәренең береһе. Фәнни эштәре СССР халыҡтарының муз. фольклорына, урыҫ, башҡ. комп. ижадына, музыка башҡарыуҙың теоретик мәсьәләләренә һ.б. арналған. Оҙон көй, өзләүүҙенсәлектәрен өйрәнеүгә айырыуса иғтибар итә. “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығын төҙөүселәрҙең береһе. Башҡ. муз. фольклористика үҫешенең мөһим этабы булған “Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре” йыйынтығының автор‑төҙөүсеһе. Л. “Башҡорт халыҡ йырҙарын яҙыу, нотаға һалыу һәм редакторлауҙың ҡайһы бер принциптары тураһында” (“О некоторых принципах записи, фонорасшифровки и редактирования башкирской народной песни”) ҡулъяҙма методик ҡулланмаһы (Сәнғәт академияһының фольклор кабинеты фонды) халыҡ музыкаһын өйрәнеү өсөн практик ҡулланма булып тора. 1937 й. Башҡортостанда халыҡ йырсылары һәм ҡурайсыларының фонояҙмаларын эшләй. 1939 й. БАССР‑ҙың көньяҡ‑көнсығыш райондары башҡорттарының көнкүрешен, этнографияһын һәм фольклорын өйрәнеү б‑са комплекслы экспедицияға етәкселек итә. М.Ф.Буранғолов, Ә.И.Харисов, Х.Ф. Әхмәтов м‑н хеҙмәттәшлек иткән.

Хеҙм.: Композиторы Башкирии. М., 1955; Мажит Бурангулов. М., 1963.

Әҙәб.: Атанова Л.П. Собиратели и исследователи башкирского музыкального фольклора. Уфа, 1992.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика