ЛЕБЕДЕВА Татьяна Романовна (21.7.1976, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы (1998), атҡ. (2000) спорт мастеры. Волгоград физик культура академияһын тамамлаған (2001). СДЮШОР (Стәрлетамаҡ, тренеры Е.М.Кошелева) тәрбиәләнеүсеһе. Олимпия уйындары (2004), донъя (2007) һәм Рәсәй (2004) чемп., оҙонлоҡҡа һикереү б‑са донъя чемпионатының көмөш призёры (2009); Олимпия уйындарының көмөш (2000, 2008) һәм бронза (2004) призёры, донъя (2001, 2003), Изге ихтыяр уйындары (2001), Европа (2006), Бөтә донъя универсиадаһы (2001), Рәсәй (1998—2001, 2008, 2012) чемп., өсләтә һикереүҙә донъя чемпионатының (2007) һәм Изге ихтыяр уйындарының (1998) көмөш призёры; бинала оҙонлоҡҡа һикереү б‑са донъя чемп. (2004); донъя (2004, 2006), Европа (2000) чемп., бинала өсләтә һикереүҙә донъя чемпионатының көмөш призёры (2001); күп тапҡыр халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе. Бинала өсләтә һикереүҙә донъя рекордсыһы (2004). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2012). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1998—2013). “Почёт” (2006), Халыҡтар дуҫлығы (2001) орд., 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2009) миҙалы м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика