ҠАЛТАСЫ, ауыл, Ҡалтасы р‑ны (1930—32 йй., 1935—63 йй. һәм 1964 й. алып) һәм Ҡалтасы а/с үҙәге. Өфөнән Т.‑Көнб. 202 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта Ҡалтасы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында, Краснохолмский—Николо-Берёзовка автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 0,8; 1959 — 2,6; 1989 — 4,0; 2002 — 4,4; 2010 — 4,4. Татарҙар йәшәй (2002). 2 урта мәктәп, музыка һәм коррекция мәктәптәре, сәнғәт мәктәбе, 3 балалар баҡсаһы, мәктәптән тыш тәрбиә үҙәге, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, балалар китапханаһы, мәҙәниәт йорто (5 үҙешмәкәр халыҡ сәнғәт коллективы), ДЮСШ, спорт-һауыҡтырыу комплексы, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәсет, сиркәү бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бөрө кантонында Ҡалтасы а. (хәҙ. Иҫке Ҡалтасы а.) эргәһендә Ҡалтасы (Яңы Ҡ.) кордоны булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 1 йорт иҫәпкә алынған. 1939 й. Район үҙәге ҡасабаһы булараҡ теркәлгән, 1953 й. хәҙ. исемен һәм статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.