ЛЕБЕДЕВ Станислав Александрович (17.10.1945, Өфө – 28.12.2014, шунда уҡ), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2005). Рәссамдар союзы ағзаһы (1975). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1966; педагогтары Р.М.Агишев, К.П.Чаругин). 1967–84 йй. Башҡ-н ижади-производство комб-тының (Өфө) рәссамы. Ижадына тормошсанлыҡ, жанрҙарҙың күп төрлөлөгө, киңлекте декоратив‑ритмлы хәл итеү, фактура, материалдар м‑н тәжрибәләр үткәреү хас. Төрлө техникала, йыш ҡына коллаж (майлы буяу, темпера, акрил, ш. уҡ автор массаһы, туҡыма, ҡом, фольга, йомортҡа ҡабығы һ.б. ҡулланылған ҡатнаш техника) алымында эшләй. Тәүге осор эштәренә лә (“Яҡты көн”, 1978; “Кенә уты ҡыуағы”, 1983), һуңғы осор ижадына ла хас фольклор эстетикаһы мөһабәтлек, тарихилыҡ һыҙаттарына эйә: рәссам кешелек тормошоноң асылы (“Яҙ”, 1987; “Йәрминкә”, 2001), урыҫ мәҙәниәте һәм Рәсәй яҙмышы (“Параскева Пятница”, 1995; “Борис һәм Глеб”, “Урыҫ тәреһе”, икеһе лә — 2005) т‑да уйлана, ғаләмдең гүзәллеген данлай (“Көҙгө симфония”, 2002; “Зәңгәр иртә”, 2004). “Һары бейә” художество төркөмө ағзаһы (1989). Шулай уҡ графика өлкәһендә эшләй. 1963 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1988, 1993, 1995, 2000, 2004—06), Бөрө (2005) ҡалаларында. Эштәре БДХМ, Салауат ҡ. картиналар галереяһында (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), ТР (Ҡазан), Удмурт Респ. (Ижевск) һ.б. һынлы сәнғәт музейҙары коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. “Аҡ Интер‑төндәр” (“Белые Интерночи”) Халыҡ-ара графика биенналеһы (С.‑Петербург, 2004) дипломанты.

Әҙәб.: Сары бия=Жёлтая лошадь: выставка произведений башкирских художников. Живопись: каталог. М., 1991; Гарбуз А.В. Современная художественная культура Башкортостана. Живопись. Поэзия. Музыка. Уфа, 2007.

О.В.Поленок

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: С.А.Лебедев. Рәсәй Благовещениеһы. Ҡатнаш техника. 1993

Яндекс.Метрика