АҠМОРОН, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Аҡморон а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 15 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 56 км алыҫлыҡта Бәләкәй Аҡморон й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 416 кеше; 1939 — 751; 1959 — 1019; 1989 — 1596; 2002 — 1549; 2010 — 1430 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто (“Осҡон” халыҡ бейеүҙәре ансамбле), китапхана, мәсет бар.

Ауылға Орск өйәҙендә мордва күскенселәре нигеҙ һала, 1912 й. билдәле. Һуңыраҡ А. ш. уҡ өйәҙҙең Ҡананикольский а. урыҫ крәҫтиәндәре килеп урынлашҡан. 1930 й. 46‑сы йылҡ‑ҡ з‑ды ойошторолғас, 46‑сы йылҡ‑ҡ з‑дының Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған. 50‑се йй. уртаһынан хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.