ҠАЛТАСЫ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ‑көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта — Яңауыл, көнсығышта — Борай, көньяҡта — Дүртөйлө, көнбайышта Краснокама р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Бөрө кантоны өйәҙҙәре инә (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Яңауыл р‑нына ҡушыла. 1964 й. 3 мартында яңынан ойошторола. Майҙаны — 1519 км2. Адм. үҙәге — Ҡалтасы а., Өфөнән төньяҡ‑көнбайышҡа 202 км һәм Яңауыл т. юл ст. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 56 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 47,1; 1959 — 46,9; 1989 — 27,7; 2002 — 28,9; 2010 — 26,3. Милли составы (2002): мариҙар — 45,6%, урыҫтар — 17,1%, татарҙар — 15,8%, башҡорттар — 11,1%, удмурттар — 9,6%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 18,6 кеше/км2. Районда 11 ауыл советы, 79 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Краснохолмский (8,0 мең кеше), Ҡалтасы (4,4 мең), Күтәрем (1,1 мең) ауылдары.

Район Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә урынлашҡан, күп өлөшө Ағиҙел һәм Тере Танып йй. киртләсле үҙәндәрен биләй. Бөрө биләне, төньяҡ‑көнсығышы Үрге Кама уйпатлығы, төньяҡ‑көнбайышы — Башҡорт көмбәҙе сиктәрендә ята.

Район терр‑яһында кирбес‑черепица сеймалы: ҡомло балсыҡ (Кейебәк), Арлан нефть ятҡылығы, Надеждин, Уръябаш нефть ятҡылыҡтары бар. Климаты уртаса континенталь, йылы, уртаса дымлы. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 2,5°C, ғин. уртаса т‑ра ‑15°С, июлдә 19°С. Абс. макс. т‑ра 38°С, абс. миним. т‑ра ‑51°C. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 550 мм. Гидрографик селтәрҙе Гәрәй, Кейебәк, Ҡалтасы, Тиктәм ҡушылдыҡтары м‑н Тере Танып й.; Кәлтәй й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы), Берёзовка й. (Кама й. ҡушылдығы), Уръя һәм Әмзә йй. (Беүә й. ҡушылдығы) үрге ағымдары барлыҡҡа килтерә. Аҡ, Һай һ.б. һаҙлыҡтар бар. Кәҫле көлһыу тупраҡ, төньяғында — ҡараһыу һоро урман тупрағы, һоро урман тупрағы, көньяғында туғай тупрағы өҫтөнлөк итә. Ҡара ылыҫлы‑киң япраҡлы урмандар, көньяғында икенсел ҡайын урмандары үҫә. Терр‑яның 36,7%‑ы урман м‑н ҡапланған. Хайуандар донъяһы урман һәм дала төрҙәренән тора.

2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 85,7 мең га (дөйөм майҙандың 56,4%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 45,8, сабынлыҡтар — 12,6, көтөүлектәр — 26,8; урмандар майҙаны — 55,7, ер өҫтө һыуҙары — 0,8. Район төньяҡ урман‑дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [12 АХПК, 5 ЯСЙ, 31 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, мал аҙығы культуралары үҫтереүгә, ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Сусҡасылыҡ, йәшелсәселек үҫешкән. Район терр‑яһында Ҡалтасы сорт һынау участкаһы урынлашҡан. «“Башнефть” АНК» ААЙ “Башнефть‑Добыча” ЯСЙ‑ның “Краснохолмскнефть” НГДУ‑һы нефть ятҡылыҡтарын үҙләштерә. Арлан нефть ҡыуыу идаралығы, керамик кирбес з‑ды, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы, МТС һ.б. эшләй.

Район терр‑яһынан Өфө—Бөрө—Яңауыл, Краснохолмский— Николо‑Берёзовка автомобиль юлдары үтә. Ҡ.р. төньяҡ‑көнбайыш иҡтисади төбәккә инә. Районда 15 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 12‑һе урта мәктәп (ш. иҫ. Оло Ҡасаҡ урта мәктәбе), 15 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, коррекция мәктәбе, 2 муз. мәктәбе, балалар йорто (Ҡалмаш а.), балалар һәм үҫмерҙәр өсөн соц. приют, “Йәйғор” балалар ижады йорто, мәктәптән тыш тәрбиә эштәре үҙәге, ДЮСШ; үҙәк район һәм 2 участка дауаханаһы, 31 фельдшер-акушерлыҡ пункты, мөмкинлеге сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр реабилитация үҙәге (Күтәрем а.), оло йәштәгеләр һәм инвалидтарҙы хеҙмәтләндереү өсөн соц.‑реабилита ция бүлексәһе (Краснохолмский а.); 37 клуб, 22 китапхана, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, спорт‑һауыҡтырыу комплексы бар. Районда өлгөлө һәм 7 халыҡ үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Калтасинская заря” гәз. сыға.

И.В.Голубченко

Тәрж. А.Н.Күсеев

Карта: Ҡалтасы районы

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018