ЛЕБЕДЕВ Порфирий Маркович (16.2.1882, Һамар губ. Николаевск ҡ. — 3.12.1974, Мәскәү), рәссам, педагог. Рәссамдар союзы ағзаһы (1944). Һамар дини семинарияһын (1905), С.‑Петербургта шәхси рәсем төшөрөү мәктәбен (1906; педагогы Я.С. Гольдблат), С.‑Петербург Художество акад. пед. курстарҙы (1909; педагогы А.В.Маковский) тамамлаған. 1906 й. алып Благовещен заводы а. (хәҙ. БР‑ҙың Благовещен ҡ.) Уҡытыусылар семинарияһы һәм ҡатын‑ ҡыҙҙар прогимназияһының рәсем һәм театр студиялары етәксеһе, 1910 й. — Өфө ирҙәр гимназияһында, 1912— 18 йй. Өфө уҡытыусылар ин‑тында, бер үк ваҡытта 1915 й. алып реаль уч‑щела уҡыта. 1918 й. алып Новосибирск ҡ., 1922 й. — Мәскәүҙә эшләй. 1937 й. репрессиялана. 1944 й. алып Иглин р‑нының Князево а. һөргөндә була, бер уҡ ваҡытта һәм Башҡ‑н художество фондында рәссам булып эшләй, 1945—46 йй. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһында, бер үк ваҡытта 1947 й. тиклем Башҡ. аҙыҡ‑түлек сәнәғәте техникумында, 1948 й. ӨНИ‑лә уҡыта. 1957 й. аҡлана һәм Мәскәүгә ҡайта. Тарихи жанрҙа Салауат Юлаевҡа арналған картиналар ижад итә: “Салауат төрмәлә” (1930), “Салауат станында” (1947), “Салауат” (1956), “Пугачёв станына табан” (1960) һ.б.; төҫ һәм тон гармониялы ярашҡан пейзаждары Башҡортостан тәбиғәтенең гүзәллеген аса (“Иҫке Өфө”, 1916; “Башҡортостан пейзаждары” серияһы, ҡағыҙ, акв.; 20‑се йй. аҙ. — 60‑сы йй. уртаһы). Уҡыусылары араһында К.А.Головченко, Б.Ф.Домашников, А.А.Кузнецов, Р.М.Нурмөхәмәтов һ.б. рәссамдар. 1973 й. Нестеров М.В. исемендәге башҡорт художество музейына “Башҡортостан тураһында сюита” исемле 200‑ҙән ашыу эшен (рәсем сәнғәте, акварель) тапшыра. 1957 й., 1959 й. һәм 1971 й. башҡ. рәссамдары төркөмө м‑н Башҡортостан һәм Вологда өлк. буйлап ижади сәйәхәттәрҙә ҡатнаша. “Техник вуздар өсөн черчение буйынса дәреслек” (“Учебник по черчению для технических вузов”; 1956) авторы. Петербург рәссамдары йәмғиәте (1905—08), Күсмә художество күргәҙмәләр ижады (1908—20; Петербург), Өфө сәнғәт түңәрәге (1916—18) ағзаһы. 1905 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Мәскәү (1961, 1973, 2005), Өфө (1965, 1983, 1992). Эштәре БДХМ, Третьяков галереяһы, Рәсәйҙең Хәҙ. заман тарихы музейы, Тарих музейы (бөтәһе лә — Мәскәү) һ.б. коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: П.М.Лебедев: кат. выст. М., 1961; Москвы наследие: художник Порфирий Лебедев: альбом / сост. Е.А.Зенина. М., 2005.

 

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: 1. П.М.Лебедев

2. П.М.Лебедев. Натюрморт. Ҡағыҙ, акварель. 1952. БДХМ

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика