ЛЕБЕДЕВ Владимир Иванович (13.10.1894, Рига — 3.4.1966, Мәскәү), тарихсы. Тарих ф. канд. (1938), проф. (1938). 1‑се Мәскәү ун‑тын тамамлаған (1918). 1920—30 йй. Мәскәүҙең төрлө уҡыу йорттарында уҡыта, 1933 й. алып Матди мәҙәниәт тарихы дәүләт акад., 1937 й. (өҙөклөк м‑н) — СССР ФА‑ның Тарих ин‑тында эшләй. Фәнни хеҙмәттәре 17—18 бб. Рәсәйҙә халыҡ ихтилалдары тарихына, ш. иҫ. башҡорт ихтилалдарына (17—18 бб.), арналған. Историографияла тәүгеләрҙән булып башҡорт ихтилалын (1704—11) өйрәнә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Башкирское восстание 1705—1711 гг. //Исторические записки Института истории Академии наук СССР. Т.1. М., 1937.

 

С.М.Исхаҡов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика