ЛАЯШТЫ, Илеш р‑нындағы ауыл, Ишҡар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 21 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 127 км алыҫлыҡта Лаяшты й. (Ағиҙел й. басс.) буйында, Мәскәү—Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 845 кеше; 1920 — 1016; 1939 — 891; 1959 — 583; 1989 — 419; 2002 — 412; 2010 — 460 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ишҡар урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1678 й. алып билдәле [керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар килеп урынлаша (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә)]. 1685 й. ш. уҡ шарттарҙа керҙәш башҡорттар, 1795 й. мишәрҙәр килеп ултыра; 21 йортта 159 кеше йәшәгән, 1865 й. 65 йортта — 497 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, тоҡ тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне, почта станцияһы булған. 1906 й. мәсет, ел һәм һыу тирмәндәре, бакалея һәм шарап кибеттәре теркәлгән. Р.Ф.Сәрүәрова, Ф.Д.Шәйҙуллина ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика