ҠАЛТАЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Шәрип а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 20 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 50 км алыҫлыҡта Мишеҙе й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2308 кеше; 1920 — 2472; 1939 — 2136; 1959 — 1227; 1989 — 719; 2002 — 682; 2010 — 437 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.

Ауылға 1716 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр килеп ултырған. Тәүге төпләнеүсе Ҡалтай Көптәковтың исеме м‑н аталған. 1865 й. 247 йортта 1326 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, мәктәп, 5 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ҡ. Мөслим Хоҙайбирҙин йәшәгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.