ЛАЧИНОВ Алексей Николаевич (25.11.1952, Өфө), физик. Физика‑ матем. ф. д‑ры (1999). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑ тында эшләй: 1989 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1995 й. — лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 2001–10 йй. БДУ‑ла, Бөрө социаль-педагогия академияһында, БДПУ‑ла (2009 й. башлап ғәмәли физика һәм нанотехнологиялар каф. мөдире), 2006–12 йй. ӨДАТУ‑ла эшләй. 2013 й. алып РФА-ның Өфө ФҮ-һендә фәнни-ойоштороу мәсьәләләре б-са рәйес урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре шыйыҡ кристалдарҙы тикшереүгә һәм эйәртеүле булмаған полимерҙарҙың электроникаһына арналған. Л. тарафынан шыйыҡ кристалдарҙа өҫкө йөҙ поляризацияһы булыуы иҫбатлана; полимерҙарҙа заряд тотороҡһоҙлоғо, баҫым м‑н индукциялаған электрондар күсерелеше, ферромагнитлы‑органик материал структураһында бик ҙур магнит ҡаршылығы, йылылыҡ стимуллаштырыусы диэлектрик‑металл фаза күсеше һ.б. асыҡлана; полиариленфталидтар нигеҙендә һалҡын катодтар класы, металл конструкцияларҙа һәм машина деталдәрендә фаза үҙгәреүҙәрен һәм структура боҙолоуҙарын емермәйенсә диагностикалау, мәғлүмәтте нанометрлы масштабта (кремний‑кремний окисы‑полимер структураһында) йәшерен рәүештә яҙыу ысулдары һ.б. уйлап табыла. 700‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: К вопросу о высокой проводимости несопряжённых полимеров //Журнал экспериментальной и теоретической физики. 2006. Т.129. Вып. 4 (авторҙ.); Электроника тонких слоёв широкозонных полимеров //Успехи физических наук. 2006. Т.176. №12 (авторҙ.).

В.А.Мазунов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика