ЛАТЫШТАР ЙӘМӘҒӘТ ОЙОШМАҺЫ, БР‑ҙа латыш мәҙәниәтен тергеҙеү, латыш телен, милли традицияларҙы, йолаларҙы, ҡулланма сәнғәтте, халыҡ кәсептәрен һаҡлау һәм өйрәнеү маҡсатында булдырыла. 1996 й. Респ. латыш милли‑мәҙәни үҙәге булараҡ асыла, 2004 й. алып Башҡортостан Республикаһының Латыштар йәмәғәт ойошмаһы. БР халыҡтары ассамблеяһы һәм РФ латыштары конгресы ағзаһы булып тора. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: милли мәҙәниәт, тарих һәм әҙәбиәт учреждениеларын ойоштороу; милли байрамдар, күргәҙмәләр үткәреү; уҡытыу туған телдә алып барылған кластар һәм төркөмдәр асыуға булышлыҡ итеү. Л.й.о. ҡатнашлығында Архангел р‑нының Максим Горький һәм Баҡалды аа. урта мәктәптәрендә латыш телен уҡытыу ойошторолған, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, балалар художестволы үҙешмәкәр ансамбле булдырылған. “Максим Горький” тарихи‑мәҙәни үҙәге м‑н берлектә “Лиго” һәм “Мартыни” милли байрамдары үткәрелә. 1998 й. ойошма БР‑ҙа тәүге латыш торамаларын нигеҙләүҙең 115 йыллығын байрам итеүҙә ҡатнаша, 2007 й. ойошма инициативаһы м‑н РФ Латыштары конгресы ултырышы Архангел р‑нының Архангел а. үткәрелә.

В.Я.Карклин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика