АҠМАНОВ Ирек Ғайса улы [19.8.1933, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Ырыҫҡол а. (Ырымбур өлк. Һарыҡташ р‑ны)], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1981), проф. (1984). РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2006), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1985), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). МДУ‑ны тамамлаған (1957). 1962 й. алып БДУ‑ла уҡыта (1981—86 йй. тарих ф‑ты деканы, 1982—2005 йй. Ватан тарихы каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре 16—18 бб. Башҡортостандың сәйәси һәм соц.‑иҡт. үҫеше проблемаларына, башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.) тарихына арналған. 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2003). Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (2008).

Хеҙм.: XVII быуатта — XVIII быуат башында башҡорт күтәрелештәре. Өфө, 1998; Социально‑экономическое развитие Башкирии во второй половине XVI — первой половине XVIII в. Уфа, 1981; Башкирия в составе Российского государства в XVII — первой половине XVIII века. Свердловск, 1991; Башкирские восстания XVII — начала XVIII вв. Уфа, 1993.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.