ҠАҠЫ (Bunias), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 6 төрө билдәле, Европа һәм Урта Азияның уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ла үҫә. Күп, ҡайһы берҙә ике йыллыҡ үлән. Һабағы йыуан, төҙ, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы, ҡытыршы, бейеклеге 25—100 см. Япрағы ҡыҫҡа тармаҡлы төклө һәм ҡара сөйәлле; аҫҡылары — лира һымаҡ, ҡауырһын бүлемле, ланцет формаһындағы осло өлөштәр м‑н, осо эре өсмөйөш, ситкеләре артҡа әйләнгән, урталағылары — бөтөн, тешле, һөңгө һымаҡ, өҫкөләре — тарайған төплө, ланцет формаһында. Сәскәһе сағыу һары төҫтә, ҡалҡан рәүешле тәлгәштәргә йыйылған. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — асылмаусан пәрҙәле бәләкәй ҡуҙаҡ, июль—сент. өлгөрә. Болонда, урман, юл ситтәрендә, ҡалдауҙарҙа, торлаҡ янында үҫә; Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң юғары өлөшөнән башҡа республиканың бөтә терр‑яһында таралған. Баллы, ашарға яраҡлы үҫемлек. Составында С витамины, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. 

Г.М.Фазылова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.