ЛАТЫШ Валентин Мефодиевич (20.11.1917, Екатеринослав губ. Бәләкәй Токмачка а. — 15.9.1990, Куйбышев ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. геологы (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Днепропетровск тау ин‑тын тамамлаған (1940). 1952 й. алып Башҡ‑н терр. геол. идаралығының баш инженеры, 1955—78 йй. начальнигы. Л. етәкс. Көнбайыш Озёрный, Маҡан, Октябрьский, Подольск, Юбилейный һ.б. баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары асылған. Александр Невский (1943), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1963, 1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1942) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика