ЛАТИПОВ Урал Рамдраҡ улы (28.2. 1951, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Ҡатай а.), юрист, дәүләт эшмәкәре. Юридик ф. д‑ры (1993), проф. (1994). Полк. (1991). Ҡазан ун‑тын (1973) һәм СССР Дәүләт именлеге комитетының Юғары курстарын (Минск, 1974) тамамлағандан һуң СССР Дәүләт именлеге комитетында хеҙмәт итә. 1989 й. башлап Минскиҙа эшләй: СССР Дәүләт именлеге комитеты Юғары курстарының махсус дисциплиналар каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1991 й. алып фәнни эштәр б‑са нач. урынбаҫары, 1992 й. башлап Беларусь Респ. Милли именлек ин‑тының уҡытыу һәм фәнни эштәр б‑са нач. урынбаҫары. 1994 й. алып Беларусь Респ. Президенты Хакимиәтендә: тышҡы сәйәсәт б‑са Президент ярҙамсыһы, 1998 й. башлап премьер‑министр урынбаҫары — сит ил эштәре б‑са министр, 2000 й. — Именлек советының дәүләт секретары — Милли именлек б‑са Президент ярҙамсыһы, 2001 й. — Хакимиәт башлығы. 2006 й. башлап “ЛУКОЙЛ-Белоруссия” филиалының консультация советы рәйесе. 2009 й. алып “Директ Менеджмент” ЯСЙ (Мәскәү) ген. директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре халыҡ‑ара хоҡуҡ проблемаларына арналған. Халыҡтар дуҫлығы ордены м‑н бүләкләнгән (Беларусь Респ., 2005).

М.Б.Ямалов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика