ЛАТФУЛЛИН Наил Сәйет улы (9.1.1952, Өфө — 19.11.1992, шунда уҡ), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1990). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1975; педагогы Л.Ф.Мөғтәбаров). Ул төрки халыҡтары тарихы, мосолман мәҙәниәте, уның символдарын киң мәғәнәлә ҡарау яҡлы. Ижадында милли әҙәбиәткә, фольклорға һәм донъя художество мәҙәниәтенә таяна: “Мәжит Ғафури” (1983), “Шағир-әүлиә” (1984), “Сыңғыҙхан”, “Сөйөмбикә” (икеһе лә — 1992). Л. рәсем сәнғәте өсөн портрет образдарының үҙенсәлекле тәьҫире, хистәр тулылығы, ысынбарлыҡты драматик тойомлау хас: “Шамун Фидаи” (1980), “Икар” (1982), “Философ” (1988), “Кәбир”, “Ҡояш улы” (икеһе лә — 1989), “Манара” (1991). 70‑тән ашыу шиғыр авторы. “Инйәр” ижади төркөмө һәм “Һары бейә” художество төркөмө ағзаһы (икеһе лә — 1989). “Сыңғыҙхан” ижади берекмәһен ойоштороу инициаторы (1990). 1974 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1992, 1993, 2000, 2002, 2003, 2004), Мәскәү (2001, 2007). Эштәре БДХМ, Третьяков галереяһы (Мәскәү), “Ҡазан” Милли мәҙәниәт үҙәгенең Милли мәҙәниәт музейы (Ҡазан), Рәсәй һәм сит илдәр музейҙары, галереялары коллекцияларында һәм шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Өфөлә Л. ис. БР‑ҙың Хәҙ. заман музейы ойошторолған (2003), унда рәссам эштәренең даими экспозицияһы эшләй.

Хеҙм.: Группа “Чингисхан” //ВХ: ВысокоХудожественный журнал. 2005. №1; Мне мало мира: стихотворения. 2‑е изд., испр. и доп. Уфа, 2006.

Әҙәб.: Наиль Латфуллин. Живопись: альбом-кат. /В.М.Ханнанов. Уфа, 2009.

И.Д.Әхмәтйәнова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика