ЛАТИПОВ-ДОГАДОВ (Латипов) Владимир Геннадиевич (22.4.1962, Октябрьский ҡ.), актёр. РФ‑тың атҡ. (2007), БР‑ҙың халыҡ (2003) һәм атҡ. (1995) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1983; П.Р.Мельниченко курсы) БР‑ҙың Урыҫ драма театры актёры. Киң ижади диапазонлы актёр. Уның эштәренә мөләйемлелек, еңел һәм асыҡ күңел м‑н уйнау хас: Елеся (“Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына” — “Не было и гроша, да вдруг алтын”, А.Н.Островский; дебют, 1985), Тригорин (“Аҡсарлаҡ” — “Чайка”, А.П.Чехов), Буранғол (“Ҡара юрға” — “Чёрный иноходец”, Ғ.Ғ.Шафиҡов), Эдмунд Кин (“Мәңгелеккә саҡырам, Ғали йәнәптәре!” — “Приглашаю в вечность, Ваше Величество!”, Г.И.Гориндың “Кин IV” пьесаһы б‑са), Басов (“Дачала йәшәүселәр” — “Дачники”, М.Горький) һ.б. Комик һәләттәре Передонов (“Меҫкен” — “Тварь”, В.О.Семёновскийҙың “Әҙәбиәт уҡытыусыһы” — “Учитель словесности” пьесаһы б‑са), Филипп Дэбни (Х.Бергерҙың “Тағы бер Джексон йәки Перебор” — “Еще один Джексон, или Перебор” пьесаһы б‑са “Перебор” комедияһы), Дзанетто һәм Тонино (К.Гольдониҙың “Венециан игеҙәктәре” — “Венецианские близнецы” дель арте комедияһы), Гарольд (К.Хиггинс, Ж.‑К.Карьерҙың “Гарольд һәм Мод” — “Гарольд и Мод” пьесаһы) ролдәрендә айырыуса асыҡ сағыла. “Нур” театры сәхнәһендә Твердышевты уйнай (“Гөлбәҙир”, Ф.М.Бүләков). Кино һәм телефильмдарҙағы ролдәре: Пианист (“Йүләрлек” — “Дурь”, 2006, “Студия Vista Vision”), Треф (“А” һанлы эш” — “Дело № “А”, 2012, Хәҙерге гуманитар академияһы “Башкортостан” к/ст м‑н берлектә). Ғ.Сәләм ис. пр. лауреаты (1990). Респ. актёр йыры конкурсы (Өфө, 1994), “Сикһеҙ театр” (“Театр без границ”) халыҡ‑ара фестиваль (Магнитогорск ҡ., 2005) дипломанты.

Әҙәб.: Иксанова Г. О театре. И не только: очерки, интервью, рец. Уфа, 2006.

Т.П.Абросимова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика