ЛАТИПОВА Фәүзиә Шәғәле ҡыҙы [11.3.1947, БАССР‑ҙың Абҙан р‑ны Ағурҙа а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны)], журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Журналистар союзы ағзаһы (1996). БДУ‑ны тамамлаған (1969). 1971 й. алып КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты нәшриәте, 1977 й. — “Башҡортостан ҡыҙы” ж. хеҙм‑ре, 1993—2007 йй. “Башҡортостан” гәз. бүлек мөдире. Башҡортостандың билдәле кешеләре т‑да “Изгелектәр генә эҙләйем” (2002), “Донъяны биҙәй улар” (2006) очерк китаптары, соц. темаларға мәҡәләләр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2002).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика