ЛАТИПОВА Лилиә Фуат ҡыҙы (3.11.1955, Өфө), педиатр. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. табибы (2007). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) 1988 й. тиклем Өфөнөң 4‑се балалар поликлиникаһында эшләй (1985 й. алып бүлексә мөдире), 1993 й. — БДМУ‑ла (2005 й. башлап дир. урынбаҫары, 2010—2011 йй. дипломдан һуң белем биреү ин‑тында педиатрия һәм балалар хирургияһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге балаларҙа тышҡы мөхиттең һ.б. насар факторҙар тәьҫирендә соматик һәм хирургик патология булғанда иммунитет һәм ҡан яһалышы системаһы торошо үҙенсәлектәренә арналған. Л. ҡатнашлығында сәнәғәт ҡалаларында йәшәгән балаларҙа тын алыу ағзаларының рецидив патологияһы ваҡытында иммун‑гематологик тайпылыштарҙы дауалау ысулдары эшләнә һәм дауалау практикаһына индерелә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Реабилитация часто болеющих детей. Уфа, 2005 (авторҙ.); Современные аспекты терапии железодефицита у детей. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика