ЛАТИПОВА Ләлә Ришат ҡыҙы (7.4.1975, Туймазы ҡ.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (2006). Сәнғәт һәм художество һөнәрҙәре акад. (1992—94), Урал пед. ун‑тында (1995—97; икеһе лә — Екатеринбург ҡ.) уҡыған, Көнсығыш иҡт.- юридик гуманитар акад. тамамлаған (2015). 1999 й. алып Туймазы р‑нының Үрмәкәй тулы булмаған урта мәктәбендә уҡыта. 2000 й. башлап “Туймазинский вестник” гәз. эшләй: мәғлүмәти тапшырыуҙар журналисы, хәбәрсе, мөхәррир, яуаплы секретарь вазифаһын башҡарыусы. Соц. темаларға мәҡәләләр серияһы авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2011).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика