ЛАТИПОВ Рөстәм Фәрит улы (22.3. 1977, Өфө), политолог. Сәйәсәт ф. д‑ры (2010). Журналистар союзы ағзаһы (2000). БДУ‑ны тамамлаған (1999). 2000 й. “Истоки” гәз., һуңынан ӨМЭПБ‑ның мәғлүмәт үҙәге хәбәрсеһе. 2001 й. алып Өфөнөң Октябрь р‑ны хакимиәтендә эшләй. 2006 й. башлап (өҙөклөк м‑н) Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад.: 2009 й. авг. тиклем сәйәси тикшеренеүҙәр бүлеге нач., 2011 й. алып Идара итеү һәм дәүләт хеҙмәте проблемалары ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе урынбаҫары, 2012 й. – Кадрҙарға тест үткәреү б-са респ. үҙәге етәксеһе. 2009 й. башлап БР Президенты Хакимиәте Эксперт-аналитика идаралығының иҡтисад инфраструктураһын үҫтереү бүлеге советнигы. Фәнни тикшеренеүҙәре сәйәси социализация, дәүләттең кадрҙар сәйәсәте проблемаларына һ.б. арналған. 50‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Политконсалтинговое обеспечение избирательной кампании в Российской Федерации. Уфа, 2006 (авторҙ.); Политологический анализ кадровых процессов: теория и практика. Уфа, 2009.

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика