ЛАТИПОВ Мәркәз Каррам улы [18.3. 1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Балтай а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 17.1.1999, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1976), СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы, СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1974). Львов политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1950) “Башнефть” ПБ‑нда эшләй: “Ишимбайнефть” нефть промыслаһы идаралығында өлкән инженер, нефть разведкаһы нач., бүлек нач., 1956 й. алып “Туймазабурнефть” тресында быраулау контораһы дир., 1964 й. башлап идарасы; 1970 й. алып Өфө быраулау эштәре идаралығы начальнигы. 1981—90 йй. Башҡ‑н нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин‑тында төп инженер. Респ. 77 нефть ятҡылығында 7 меңдән ашыу скважинаны төҙөүҙә ҡатнаша. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы. Ленин (1964), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), “Почёт Билдәһе” (1959) орд. м‑н бүләкләнгән.

Н.М.Ризуанов

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Яндекс.Метрика