ЛАТИПОВ Ҡотдос Ҡәниф улы [14.7.1923, БАССР‑ҙың Дыуан кантоны Яңы Мишәр а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 23.12.2016, Мәскәү], лётчик, полк. (1974). Советтар Союзы Геройы (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск хәрби авиация пилоттар мәктәбен (1941) һәм В.И.Ленин ис. Хәрби‑сәйәси акад. (Мәскәү, 1952) тамамлаған. 1939—40 йй. Мәсетле р‑нының Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә уҡыта. 1941 й. нояб. алып Волхов, Калинин, Көнбайыш һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се һауа армияһының 12‑се гвардия штурмлау авиация див. 187‑се гвардия штурмлау авиация полкының авиация звеноһы ком. гвардия лейт. Л. 134 хәрби осош яһағаны өсөн лайыҡ була. Һуғыштан һуң авиация эскадрильяһы ком., полк ком. урынбаҫары, авиация див. сәйәси бүлеге нач., Н.Е.Жуковский ис. Хәрби‑һауа инженерҙар акад. (Мәскәү) ф‑т нач. булып хеҙмәт итә. 1974 й. башлап запаста. Ленин (1946), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1945, 1945), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Л. исеме тыуған ауылындағы мәктәпкә бирелгән.

Әҫәрҙ.: Витязи крылатые: хроника штурмового авиаполка. Уфа, 1995; Может ли голубь ястребом стать? Уфа, 1999.

Ғ.Һ.Булатов, А.Р.Вәлиуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика