ЛАТИПОВ Ғабдрахман Хәким улы [1917, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Иҫке Бәшир а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 25.1.1945, Бреслау ҡ. (Германия) янында, Вроцлав ҡ. (Польша) ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. майынан Ялан, Көньяҡ-Көнбайыш, 3‑сө, 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 78‑се уҡсылар корпусы 31‑се уҡсылар див. 32‑се артиллерия полкының орудие ком. сержант Л. 1945 й. 25 ғин. Бреслау ҡ. көньяҡ-көнсығыштараҡ Одер й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1945). Тыуған ауылында ул йәшәгән йортта музей асылған, мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғәримова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Портрет: Ғ.Х.Латипов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика