ЛАТИПОВ Ринат Ниғмәтйән улы (9.2.1947, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Яңы Ихсан а.), тренер. Велосипед спорты б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1997), СССР‑ҙың спорт мастеры (1968). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1994). Ярославль пед. ин‑тын тамамлаған (1976). 1974 й. алып “Нефтсе” спорт комб‑ты, 1979 й. — Гастелло Н.Ф. ис. спорт клубы, 1984 й. — “Зенит” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советы, 1987 й. — профсоюздар физк у л ь т у р а ‑ с п о р т йәмғиәте Башҡ‑н өлкә советы СДЮШОР‑ы тренеры, 1988 й. алып велосипед спорты б‑са СДЮСШОР‑ҙың өлкән тренеры һәм 2004 й. башлап дир., бер үк ваҡытта 1988 й. алып “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге дир. (Өфө) һәм 2000 й. алып Рәсәй йыйылма командаһының өлкән тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында А.В.Арекеев, А.Б.Бакалов, А.Г.Беспалов, Д.С.Бондаренко, В.Н.Гусев, Д.В.Ғәйнетдинов, Д.Н.Дементьев, В.В.Кокорин, А.В.Колобнев, Р.И.Ҡәйүмов, Е.В.Петров, И.В.Пруцких, И.В.Рыбалко, Д.А. Съёмов, ш. уҡ СССР һәм Рәсәйҙең 80 спорт мастеры. БР‑ҙың Велосипед спорты федерацияһы рәйесе (1995 й. алып). Дуҫлыҡ (2002), Салауат Юлаев (2000) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика