ҠЫҘ САТЫРБӘШМӘГЕ (Macrolepiota puellaris), базидиомицеттар класының агарик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Европала һәм Алыҫ Көнсығышта таралған. Эшләпәһенең диам. 4—7 см (ҡайһы берҙә 12‑гә тиклем), сатыр формаһында, сүсле, аҡ төҫтә (өлгөргән бәшмәктеке үҙәгендә һарғылт‑көрән), эре ысҡынмалы өсмөйөш һорғолт тәңкәләре бар. Пластинкалары ирекле, аҡһыл төҫтә. Һабы 7—16 см оҙонлоҡта, ҡалынлығы аҫҡы өлөшөндә 1,2—2,2, өҫкөһөндә 0,6—1,0 см, аҡ төҫтәге ҡуласаһы була. Итсәһе (бер аҙ торма еҫе сығып тора) һәм спора онтағы аҡ. Сапротрофтар. БР‑ҙа Белорет р‑нының ылыҫлы һәм ылыҫлы‑киң япраҡлы урмандарында авг. алып сент. тиклем осрай. Аҙ билдәле, ашарға яраҡлы бәшмәк, аҙыҡ итеп сей көйө ҡулланыла. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Р.Ғ.Миңлебаев, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке