АҠЛАН, Ағиҙел й. басс. һаҙлыҡ. Кушнаренко р‑ны Әхмәт а. төньяҡ-көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Мәнәҙе күле янында урынлашҡан. Күтәренке һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 323,0 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,5 м, иң ҡалыны — 3,0 м, эшкәртелмәгән торф запасы 1125,0 мең м3. Ер аҫты һыуҙары м‑н туйына. Аҡ ҡайын, тал, ат ҡуҙғалағы, ҡаҙүләне, һаҙ ҡырҡбыуыны, ябай кесерткән һ.б. үҫә. Һыҙғыраҡ сөрәгәй, һуна өйрәк һ.б. йәшәй.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.