ҠУЯНТАУ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Бикеш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 14 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 59 км алыҫлыҡта Әселе й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 155 кеше; 1959 — 677; 1989 — 958; 2002 — 994; 2010 — 933 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Сударушки” урыҫ йыры халыҡ ансамбле, “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбле), китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1929 й. Баймаҡ баҡыр иретеү з‑дының Ярҙамсы хужалығы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1953 й. Ҡуянтау участкаһы ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке