ЛАРИОНОВ Николай Геннадьевич (11.12.1939, Өфө), актёр. РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1979). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1963). М.Горький ис. Владивосток драма театры эргәһендәге Театр студияһын тамамлаған (1963; Г.И.Антошенков курсы). 1960 й. алып Мари АССР‑ының Респ. урыҫ драма театры (Йошкар-Ола), 1961 й. — Уссурийск ҡала драма театры, Приморье төбәк Йәш тамашасы театры, 1966 й. — Респ. урыҫ драма театры (Өфө), 1967 й. — Силәбе акад. драма театры актёры. Күп яҡлы һәләткә, сағыу ижади үҙенсәлеккә, музыкаллеккә, пластикаға эйә актёр. Репертуары лирик-романтик пландағы: Митя (“Һөйгәндәрегеҙ менән айырылмағыҙ” — “С любимыми не расставайтесь”, А.М.Володин), Сильва (“Өлкән ул” — “Старший сын”, А.В. Вампилов), Игорь [“Тулҡынландырғыс бәхет…” — “Так трепетно счастливы…”, Н.М.Птушкинаның “Ул үлгән саҡта” (“Пока она умирала”) пьесаһы б‑са]; киҫкен соц. — Сергей Луконин (“Беҙҙең ҡала егете” — “Парень из нашего города”; дебют, 1963, Приморье төбәк Йәш тамашасы театры), Сафонов (“Урыҫ кешеләре” — “Русские люди”; икеһе лә — К.М.Симонов), Докукин [Д.С.Мережковскийҙың “Христос һәм Антихрист” (“Христос и Антихрист”) романы б‑са Н.Ю.Орловтың “Антихрист” спектакле], Пригоршнев (“Ҡарағыҙ әле, кем килгән!” — “Смотрите, кто пришёл!”, В.К.Арро); психологик, башлыса А.П. Чехов драматургияһынан — Илья Ильич (“Ваня ағай” — “Дядя Ваня”), Иванов (ш. уҡ исемле драма) һ.б. ролдәрҙән тора. Урыҫ драма театры сәхнәһендә Вадим (“Ҡояшта дүрт тәре” — “Четыре креста на солнце”, А.А.Делендик) ролен башҡара. “Мине ерҙә көтәләр” (“Меня ждут на земле”, Одесса к/ст.; 1976) к/ф төшә.

Әҙәб.: Челябинский драматический театр имени С.М.Цвиллинга. Челябинск, 1983.

А.Ә.Балғажина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: Н.Г.Ларионов Фирс ролендә (“Сейә баҡсаһы” — “Вишнёвый сад”, А.П.Чехов)

Яндекс.Метрика