ЛАРИОНОВ Александр Леонтьевич, хәрби эшмәкәр. Ген.‑майор. Дворяндарҙан. Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1773 й. алып Ҡазан губернаһының һәм Ырымбур губернаһының гарнизон командалары обер-кригскомиссары. 1774 й. ғин. башлап Ҡазан улан корпусы командиры. Кама аръяғында һәм Ҡазан даруғаһының көнбайышында баш күтәреүселәргә ҡаршы хәрби хәрәкәттәр м‑н етәкселек итә. Март башында ҡамауҙа ҡалған Өфөгә йүнәлтелә. Баш күтәреүселәр отрядтарын көнсығышҡа ҡыҫырыҡлап, март уртаһына Зәй, Минзәлә, Нуғайбәкҡәлғәһе аша Баҡалы ҡәлғәһенә етә. Ғәскәрҙәре алға яй барыу сәбәпле А.И.Бибиков күрһәтмәһе б‑са 18 мартта Л. етәкселектән бушатыла, уның урынына И.И.Михельсон тәғәйенләнә.

Әҙәб.: Дубровин Н.Ф. Пугачёв и его сообщники. В 3 т. Т.2. СПб., 1884; Пушкин А.С. История Пугачёва. Челябинск, 1984.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Яндекс.Метрика