ЛАРИН Юрий Анатольевич (2.2. 1922, Стәрлетамаҡ ҡ. — 27.7.1981, Өфө), артиллерист, өлкән лейт. (1952). Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын тамамлаған (1949). 1938—39 йй. “Динамо” спорт йәмғиәте (Өфө) инструкторы булып эшләй. 1940 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. июненән Көнбайыш, Төньяҡ-Көнбайыш, 2‑се Балтик буйы һәм 1‑се Белоруссия фронттарында 69‑сы армия 370‑се уҡсылар див. 1234‑се уҡсылар полкы артиллерия батареяһының орудие ком., взвод ком. булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н Л. 1944 й. апр. Украина ССР‑ы Ковель ҡ. янындағы, 20—26 авг. Гура-Пулавска һәм Садловице торама пункттары, 1945 й. 14 ғин. — 3 февр. Пулавы ҡ. (бөтәһе лә — Польша) эргәһендәге һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1953) “Геофизприбор” Өфө ПБ‑нда, артабан “Башгипроводхоз” ин‑тында (Өфө) технолог, инженер булып эшләй. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы, 1‑се (1945 й. ғин.), 2‑се (ш. уҡ йылдың марты) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Ерошин А.Е. Солдатская смекалка //Не ради славы. М., 1969.

Ғ.Һ.Булатов, А.Р.Вәлиуллин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика