ҠУЯН, Краснокама р‑нындағы ауыл, Ҡуян а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Һаҫыҡ Танып й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 82 кеше; 1959 — 44; 1989 — 2387; 2002 — 3888; 2010 — 3664 кеше. Татарҙар, башҡорттар, мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар сәнғәт мәктәбе, балалар баҡсаһы, дөйөм практика табибы бүлеге, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Яндар йук” мари халыҡ йыр ансамбле), китапхана, мәсет бар.

Ауылға 20 б. башында Бөрө өйәҙендә Ҡуян (Яңы Ҡуян) исеме м‑н нигеҙ һалына. 1939 й. теркәлмәгән. 1953 й. алып ҡасаба булараҡ иҫәпкә алынған. 1965—74 йй. Нефтекама ҡ. составында була, артабанғы үҫеше Арлан нефть ятҡылығы эшкәртелә башлауға бәйле. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.