ЛАПТЕВ М.А. ЙОРТО, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы, ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы. Өфөлә урынлашҡан (Гоголь урамы, 27). 1913 й. сауҙагәр‑урман сәнәғәтсеһе М.А.Лаптев заказы, архитектор А.А.Щербачёв проекты б‑са төҙөлә. 20 б. башындағы усадьба архитектураһы өлгөһө булып тора (баҡса, беседка, мунса, бассейн, ярҙамсы ҡаралтылары була); уның күләмле планында һәм композицион ҡоролошонда “эклектика” һәм “модерн” стилдәренең берләшеүе күҙәтелә. Архитектур ҡоролошо б‑са йорт бик үҙенсәлекле: квадрат рәүешендәге 2 ҡатлы кирбес бинаға, симметрияһын эргә яҡтан асылған ишек һәм ярҙамсы биналар өсөн төкәтмә боҙһа ла, бүлмәләрҙе ирекле планлаштырыу хас (бер-бер артлы теҙелгән 6 зал бер-береһе м‑н тоташҡан). Фасадтың өҫтө декор элементтары м‑н биҙәлгән тәҙрә уйымдары м‑н бүленеүе, япмалы көмбәҙ рәүешендәге 4 ҡырлы түбә, инеү өлөшөнөң үҙенсәлекле булыуы һ.б. бинаның тышҡы күренешен матурлап тора. Интерьер пилястралары ионик ордер, фриз, розеткалар һ.б. м‑н бай итеп биҙәлгән. Музейға тапшырыуға бәйле, бина бер ни тиклем яңынан планлаштырыла, терраса һүтеп алына, көнбайыш, көньяҡ һәм төньяҡ фасадтарҙа тәҙрәләр асыла; 60‑сы йй. музей фонды һаҡлағысы аҫтында урынлашҡан ҡаҙанлыҡ һүтеп алына, үҙәк йылытыу системаһы үткәрелә. 60‑сы йй. аҙ. — 70‑се йй. кирбес йорт (элек торлаҡ йорт итеп файҙаланылған ярҙамсы бина) музей фонды һаҡлағысы итеп яңыртыла. 1983—86 йй. төп бина яңыртып төҙөлә, экспозициялар майҙаны 2 залға арта: уларҙың береһе төп экспозиция залына тоташа (ағас терраса урынында капиталь төкәтмә яһала), икенсеһе вестибюль м‑н адм. бүлмәләрен тоташтыра (фонд һаҡлағысы яңынан үҙгәртеп ҡорола); төп бинаға капиталь төкәтмә һалына. 2013–14 йй. шулай уҡ бинаға яңынан реконструкция үткәрелә. 1917 й. бында Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары штабы, һуңынан клуб, 1919 й. алып Октябрь рев‑цияһы ис. Өфө художество пролетар музейы (ҡара: Нестеров М.В. исемендәге башҡорт художество музейы) урынлаша.

Әҙәб.: Нигматуллина И.В. Старая Уфа: ист.‑краевед. очерк. Уфа, 2004.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика