ҠУЯН КӘБЕҪТӘҺЕ (Orostachys), ҡалынъяпраҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Евразияның тауҙарында таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Ике йыллыҡ үләндәр. 1‑се йылында аҡ кимерсәкле осло ябай бөтөн итләс япраҡтар розеткаһын барлыҡҡа килтерә, 2‑се йы‑ лына унан 10—40 см бейеклектәге яңғыҙ сәскә һабағы үҫеп сыға. Сәскәләре йәшкелт‑һары, аҡ йәки аҡһыл‑ал төҫтә, биш өлөшлө. Сәскәлеге — ҡуйы суҡтар. Июль— сент. сәскә ата. Еме‑ ше күп япраҡлы, авг.— сент. өлгөрә. Ҡ.к. ташлы далаларҙа һәм тау тоҡомдары сыҡҡан урындарҙа үҫә. Реликт сәнскеле Ҡ.к. — Йылайыр яйлаһының көньяҡ өлөшөндә, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнсығыш тау алдарында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында ғәҙәти күренеш. Ҡалҡанлы Ҡ.к. 20 б. Дәүләкән (Асылыкүл), Ейәнсура һәм Мәләүез р‑ндарында осраған; хәҙ. табылғаны юҡ. Декоратив үҫемлек.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.