ЛАПТЕВ Владимир Викторович (5.10. 1937, Сызрань ҡ.), инженер‑геофизик. Техник ф. канд. (1967). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1982), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1997). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) Янар ҡаҙылмалар геологияһы һәм уларҙы эшкәртеү ин‑тының (Куйбышев ҡ.) Волга бүлегендә; 1971–2014 йй. алып “Геофизика” ғилми‑производство фирмаһында (Өфө) эшләй: лаб. мөдире, 1973 й. башлап бүлек мөдире, 1974 й. — дир. урынбаҫары, 1988 й. — дир., 1992 й. — ген. дир., 2005 й. — геофизик приборҙар эшләүҙе үҫтереү б‑са директор. 1967—71 йй. Алжирҙа эшләй. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге скважиналарҙы геофизик тикшереүгә һәм геофизик приборҙар эшләүгә бәйле. Л. етәкс. скважиналарҙың техник хәлен контролдә тотоу технологиялары; бырауланыусы горизонталь скважиналарҙы һәм уларҙың ситтәге үҙәктәрен тикшереү өсөн техника уйлап табыла; геофизик ысулдарҙы комплекслау нигеҙләнә һәм уларҙы ғәмәлләштереүгә аппарат‑программа саралары эшләнә. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 9 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Геофизические методы изучения около- и межскважинного пространства нефтегазовых месторождений. М., 1975 (авторҙ.); Технический прогресс в геофизических исследованиях скважин. М., 1981 (авторҙ.); Прогнозирование физико‑геологических условий и оптимизация бурения скважин по данным геофизики. М., 1983 (авторҙ.).

М.В.Семёнова

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика